Red Wings авиакомпанияһы Өфөнән Шри-Ланкаға тура рейстар аса. Республика баш ҡалаһы аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, осош 3 ноябрҙән 10-11 көн һайын башҡарыла.
Бер яҡҡа осоу өсөн 8 сәғәт ваҡыт китә. Пассажирҙар өсөн уңайлы киң фюзеляжлы Boeing 777-200 самолеты әҙерләнгән.