Бөгөн иртән Өфөнөң 218-се балалар баҡсаһы биләмәһенә мышы килеп ингән. «Пин һәм Пуф» ҡырағай йәнлектәрҙе реабилитациялау үҙәге етәксеһе Дмитрий Стрельников социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, оператив хеҙмәттәр эшләй. Был аҙнала өсөнсө мышы, тине ул.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда ҡая эргәһендә табылған айыу балаһының үлем сәбәбе билдәле булды.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-19/na-territoriyu-detsada-v-ufe-zabrel-los-4393928