Шул рәүешле Өфө лимонарийы коллективының Башҡортостандың урман ресурстарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө билдәләнде.
Өфө лимонарийы 1990 йылда асылған. Бөгөн питомникта 1300 лимон ағасы үҫтерелә, улар йыл һайын 20 тоннанан ашыу емеш бирә. Шулай уҡ бында әфлисун, мандарин, грейпфрут, цитрон һәм башҡа тропик һәм субтропик ағастар, ҡыуаҡтар, үҫемлектәр үҫә, ҡайһылары Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Ҙур теплица комплексы бер үк ваҡытта уҡыу, фәнни һәм экскурсия объекты булып тора.
Өфөлә ошо мөһим датаға ҡарата «Субтропик һәм тропик емеш культуралары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы бара, бында Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән ғалимдар, белгестәр, практиктар тәжрибә уртаҡлаша, урман хужалығы, үҫемлекселек һәм ландшафт архитектураһы өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алыша.
«Өфө лимонарийы – ғилми үҙәк кенә түгел, мәҙәни майҙансыҡ һәм популяр туристик объект та. Өфө лимонарийының Башҡортостан урман тармағының айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелеүе, уникаль «цитрус урманы» булдырылыуы менән ғорурланам. 35 йыл эсендә ул республиканың ысын байлығына әйләнде», — тип билдәләне үҙенең ҡотлауында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Учреждение хеҙмәткәрҙәренә тантаналы рәүештә дәүләт наградалары тапшырылды.