Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Болотло
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2025, 04:25

Республикала ҡырау төшөүе фаразлана

Яуым-төшөм көтөлмәй.

Ксения КалининаКсения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, кесаҙна, 18 сентябрҙә, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көслө булыуы фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ +16, +21°.

Йома, 19 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын. Төндә +4, +9°, көнсығыш райондарҙа 0, -2° тиклем һалҡынайта, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшә, көндөҙ +17, +22°.

Шәмбе, 20 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көнсығыш райондарҙа 0, -2° тиклем һалҡынайта, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшә, көндөҙ +17, +22°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-18/v-bashkirii-prognoziruyutsya-zamorozki-i-slabyy-veter-4392504

Автор:Ксения Калинина
Читайте нас