06:55 (UTC+5), 18 Сентябрь 2025

Башҡортостанда тантаналы рәүештә «Ҡол Шәриф» мәсете асылды

Бөрө районының Яңы Яндыҙ ауылында «Ҡол Шәриф» мәсете асылды.

Фото: социаль селтәрҙәр
Ләйлә Аралбаева

Иман йортон асыу тантанаһында Рәсәйҙең баш мөфтөйө һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Үзбәкстандың Ҡазандағы генераль консулы Нодиржон Ҡасимов етәкселегендәге Үзбәкстан делегацияһы, күрше райондарҙан имамдар, Бөрөнән, күрше ауылдарҙан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ҡунаҡтар мәсеттең архитектураһы һәм уның эске биҙәлеше менән танышты, уның урындағы мосолмандарҙың рухи тормошо өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Шулай уҡ ҡунаҡтар үҙенең тарихы һәм изге һыуы менән дан тотҡан «Ибәт» шишмәһендә лә булды.  

«Бөгөнгө тантана тағы бер тапҡыр халыҡтар араһындағы мәҙәни һәм рухи бәйләнештәрҙең мөһим булыуын билдәләй, шулай уҡ беҙҙең халыҡтарҙың традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлай һәм нығыта», — тип белдерҙеләр Бөрө хакимиәтендә.

Мәсет урындағы халыҡ көсө менән төҙөлгән, изге эшкә ошо ауылда тыуып үҫкән, Дүртөйлө районы хакимиәтенең элекке башлығы Рауил Дәүләтов ҙур өлөш индергән.

Ауылдың әүҙем халҡы наградалар менән билдәләнде. Концерт программаһында Үрге Ласынтау ауылының  «Аҫылйәр» ансамбле һәм Ҡала мәҙәниәт һарайының «Өмөт» халыҡ татар вокал студияһы ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-18/v-bashkirii-torzhestvenno-otkryli-mechet-kol-sharif-4392795

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика