

3 июлдә Өфөлә Минск көндәре үткәрелә. Ә Белоруссияның баш ҡалаһында Өфө көндәре ойошторола. Мэр Ратмир Мәүлиев етәкселегендәге делегациябыҙҙың сәфәре ваҡытында яҡтар даталар тураһында һөйләшеп килеште. Хакимиәт башлығы оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Ул эшсе төркөмдәр төҙөргә һәм сараға әҙерлек эштәрен башларға ҡушты.
«Был бик яҡшы эш формаһы, унда беҙ предприятиеларыбыҙ менән таныштыра, хеҙмәттәшлеккә этәргес бирә алабыҙ. Әлбиттә, туризмды үҫтереү – беҙҙең өсөн стратегик бурыстарҙың береһе. Беҙ бер-беребеҙҙән бик йыраҡта түгел, күп йәһәттән оҡшашбыҙ, мәҙәниәттәр бик яҡын», — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.
Әйткәндәй, быйыл йәй ҡалабыҙҙа Минск көндәре уҙҙы, мәҙәни һәм эшлекле ваҡиғалар, шулай уҡ белорус тауарҙары йәрминкәләре ойошторолдо.
Минск менән Өфөнө ныҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Башҡортостандың һәм Белоруссияның баш ҡалалары 2017 йылдан туғандаш ҡалалар булып тора. 2023 йылда Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х форумы барышында ике ҡала араһында 2023-2025 йылдарға берлектәге саралар планына ҡул ҡуйылды.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-17/letom-v-ufe-proydut-dni-minska-4391737
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.