Дәүләкән районының Вперёд ауылы янындағы участка норматив хәлгә килтерелде. Юл Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә һәм Шишмә райондары ауылдарында йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен булдыра.
«Был юлдан М-5 «Урал» федераль трассаһына сығырға һәм Өфөгә барып етергә мөмкин. Шуға күрә уны норматив хәлгә килтереү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ, уңайлы итеү мөһим ине», – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
План буйынса ағымдағы йылда дөйөм оҙонлоғо 9,4 саҡрымлыҡ ике юл участкаһын ремонтлайҙар. Эштәр 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһын капиталь төҙөкләндереү башланды тип хәбәр иткәйне.