09:22 (UTC+5), 17 Сентября 2025

Башҡортостанда ауыл эргәһендә һеләүһен йөрөгән

Республикала ҡырағай йәнлектәр тораҡ пункттар янында йыш осрай.

Фото: видеонан скриншот
Ләйсән Закирова

Бишбүләк районының Иттихат ауылы янында һеләүһен күргәндәр. Урман ҡунағын машинала китеп барғанда видеоға төшөрөп алғандар. Кадрҙа күренеүенсә, йәнлек кешеләрҙе шәйләү менән ҡасыу яғын ҡараған.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғәзина хәбәр итеүенсә, һеләүһен – йыртҡыс йәнлек. Республикала 1300-ҙән ашыу һеләүһен йәшәй. Башлыса улар кимереүселәр, ҡоштар, ҡуяндар, ҡоралайҙар менән туҡлана.

Һуңғы өс йылда йыл һайын 51-82 йәнлеккә һунар итеү рөхсәт ителә. Һунарсылар яҡынса 15 һеләүһенде атып алған. Был иһә йыртҡыстың һирәк осрауы тураһында һөйләй.

Ведомствола белдереүҙәренсә, һеләүһенгә тап булғанда уға яҡынлашырға, бигерәк тә ашатырға ярамай. Әкрен генә ошо урындан китеү яғын ҡарарға кәрәк. Һуңғы 20 йылда ауылдарға йәш һеләүһендәр килеүҙең унға яҡын осрағы теркәлгән, шул иҫәптән Өфөлә ике осраҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-17/v-bashkirii-rys-vyshla-k-lyudyam-4391565

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика