Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83
+0.16
98.3
+0.41
67.34
-0.61
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь , 15:24

Өфөлә хөрмәтле уҡытыусы Мәрфуға Ғәлина 95 йәшлек юбилейын билдәләй

Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото:Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Баш ҡаланың Ленин районында бөгөн, 16 сентябрҙә, Башҡортостандың хеҙмәт ветераны һәм мәғариф отличнигы Марфуға Ғәлинаны тыуған көнө менән тәбрикләйҙәр.

Мәрфуға Кинйәғәле ҡыҙы Күгәрсен районының Санъяп ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология бүлеген тамамлағандан һуң уҡытыусы булып эшләй. Дөйөм педагогик стажы – 40 йылдан ашыу. Ул өс бала тәрбиәләп үҫтергән, ике ейәненә бәхетле өләсәй.

Юбилярҙы Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов ҡотланы. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләп, ул Рәсәй президентынан ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-16/v-ufe-95-letniy-yubiley-prazdnuet-uvazhaemyy-pedagog-marfuga-galina-4389989

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: