Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83
+0.16
98.3
+0.41
67.34
-0.61
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь , 16:34

Өфө халҡы йәнә ҡырҡыу химик еҫкә зарланған

Бөгөн төндә граждандар 112 номерына атмосфера һауаһындағы химик еҫкә зарланып мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, атмосфера һауаһының сифатын тикшереү өсөн урында химия-радиометрия үҙәгенең күсмә лабораторияһы эшләгән.

Атмосфера һауаһында хәүефле матдәләрҙең артыуы асыҡланмаған, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 13 сентябрҙә Өфө халҡының химик еҫкә зарланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-16/zhiteli-ufy-vnov-pozhalovalis-na-himicheskiy-zapah-4389757

Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: