Бөгөндән Башҡортостан Бөтә Рәсәй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығына ҡушыла. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, киң йәмәғәтселектең иғтибарын бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы аварияларҙы кәметеү проблемаһына йәлеп итеү сараның төп маҡсаты булып тора.
Башҡортостан биләмәһендә тематик дәрестәр, конкурстар, викториналар, флешмобтар һәм акциялар ойошторола. Йәмәғәт, йәштәр, ирекмәндәр һәм башҡа ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәре менән берлектә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, педагогтар өсөн балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында имгәнеүен иҫкәртеү буйынса саралар ойошторола.