Башҡортостандың хәрби комиссариатында бер ниндәй ҙә СМС ебәрмәүҙәре һәм бындай документ әҙерләнмәүе тураһында рәсми рәүештә белдерҙеләр. Был ялған мәғлүмәт, тип билдәләнеләр ведомствола.
«Республикабыҙ халҡына мөрәжәғәт итәм. Иғтибарлы һәм уяу булығыҙ. Беҙ ир-егеттәрҙең илдән сығыуын сикләү тураһында документ әҙерләмәнек, был ялған мәғлүмәт», — тине Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полковник Ринат Латипов.
Башҡортостандың хәрби комиссариаты Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә күрһәтмәләр бирә алмай, айырыуса башҡа төбәктән, тип өҫтәне Ринат Латипов.