06:43 (UTC+5), 12 Сентября 2025

Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

Байрам республика етәксеһе Радий Хәбиров указы буйынса 2020 йылдан башлап йылына ике тапҡыр ойошторола – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында.

Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөн, 12 сентябрҙә, Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә. Был байрам төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың бай һәм матур мәҙәниәтен иҫкә төшөрә. Милли кейемдәр – кейем генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы.

Һәр костюм халыҡтың характерын һәм донъяға ҡарашын күрһәтә: биҙәктәр һәм орнаменттар тәрән мәғәнәгә эйә, төҫтәр кәйефте һәм ҡиммәттәрҙе сағылдыра, ә үҙенсәлекле элементтар танылып торған символдарға әүерелә.

Бөгөн Милли кейем көнө уңайынан республиканың төрлө мөйөштәрендә әһәмиәтле датаға арналған саралар ойошторола. Башҡортостандың Милли музейында ЭТНО стилендә көн планлаштырыла. Оҫталар йәрминкәһе, традицион кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, традицион костюмдар тураһында лекциялар, фотосессия, экскурсия – был сараларға милли костюм кейеп йәки биҙәүестәр тағып, бушлай барырға мөмкин.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Беләҙектәр сыңы» күргәҙмәһен ойоштора, унда бейеү өсөн тегелгән костюмдар һәм биҙәүестәр менән танышырға һәм хатта кейеп ҡарарға була. 

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Милли кейем: образ, стиль, рух» түңәрәк өҫтәленә, шулай уҡ башҡорт эстрадаһы артистары ҡатнашлығындағы программаға, халыҡ оҫталарының оҫталыҡ дәрестәренә һәм тематик күргәҙмәләргә саҡыра.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто был көндө «Арт-квадрат»та үткәрергә тәҡдим итә, унда дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә өйөрөлөргә, республика артистары һәм коллективтарының сығыштарын ҡарарға мөмкин.

Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финалы була. Ҡунаҡтарҙы лауреаттарҙың эштәре, күргәҙмә-йәрминкә, фотозона, «Милли кей» балалар уйын зонаһы һәм киске уйындар көтә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-12/v-bashkirii-otmechayut-den-natsionalnogo-kostyuma-narodov-respubliki-4384919

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика