12:09 (UTC+5), 11 Сентября 2025

Радий Хәбиров Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү системаһының үҫеше тураһында һөйләне

Бөгөн, 11 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә урта һөнәри белем биреү учреждениеларының студент һәм профсоюз лидерҙары менән осрашты.

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Осрашыуға республиканың 56 колледжынан йәмғеһе 180 активист килде.

Республика етәксеһе йәштәргә Өфөлә кампустың икенсе сираты төҙөлөшөн дауам итеүҙәре хаҡында һөйләне. Проектта стилобат менән тоташтырылған 10-сы ҡаттан 29-сы ҡатҡа тиклем бейеклектәге ете башня төҙөү ҡаралған. Бында 4,3 мең студент урыны өсөн ятаҡтар, уҡыу блоктары, лабораториялар, ижтимағи-эшлекле киңлектәр булдырыла.

Бөгөнгө осрашыу минең өсөн мөһим, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙҙең колледждарҙа 120 мең студент уҡый. Был ғәйәт ҙур көс, ҙур ғаилә, унда һәр кем мөһим. Беҙгә һеҙҙең ниндәй уй-фекерҙәрегеҙ бар икәнен аңларға кәрәк. Бөгөн урта һөнәри белем биреү системаһы оло әһәмиәткә эйә, сөнки йылдам иҡтисади үҫеш шарттарында беҙгә квалификациялы хеҙмәт ресурстары кәрәк. Башҡортостанда 92 колледж бар. Республикала күп колледждар беҙҙең йылы иғтибарҙы тойҙо. Тәү сиратта белгестәрҙе уҡытыу кимәлен күтәреү өсөн матди базаны яҡшырта башланыҡ. Йыл һайын республика бюджетынан колледждарҙы һәм ятаҡтарҙы ремонтлауға 500 миллион һум аҡса бүләбеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс йыл эсендә был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 1,2 миллиард һум бүленгән, 38 бина ремонтланған.

Радий Хәбиров Башҡортостандың «Профессионалитет» федераль проектына әүҙем ҡушылыуы хаҡында һөйләне. Әлеге көндә республика урта һөнәри белем биреү кластерҙары һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй, быйыл улар 19. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2026 йылда тағы ла 8 кластер булдырыла, ошо маҡсатҡа 800 миллион һум федераль субсидиялар йәлеп ителгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-11/radiy-habirov-rasskazal-o-razvitii-sistemy-spo-v-bashkirii-4383953

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика