Өфөлә һуңғы «Самауырлы ритайым» тулҡынландырғыс мәл менән тамамланды. Илгизәр атлы егет сәхнәгә сығып, һөйгәне Каринаға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны.
Йыйылған тамашасылар алдында ул ҡыҙға яратыуын белдерҙе һәм йөҙөк бүләк итте. Ҡыҙ ризалығын бирҙе. Музыканттар бәхетле йәштәргә арнап йыр башҡарҙы.
«Башинформ» яҙғанса, башҡорт дискотекаһында легендар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Айгөл Вәхитоваға һөйгән егете кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, асыҡ һауала «Самауырлы ритайым» миҙгеле май айында башланғайны.