Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2025, 15:00

Башҡортостан һауыҡтырыу туризмының отошло йүнәлештәре араһында 8-се урынды биләй

Республикаға көҙгө сәфәрҙең уртаса оҙайлығы – 4 көн.

Сентябрь-ноябрь айҙарына бронь һалыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан иң отошло ун шифахана йүнәлеше иҫәбенә инде, тип хәбәр итте «Яндекс Сәйәхәттәр». Көҙгөһөн туристар республика шифаханаларына уртаса 4 көнгә килә, ә бер төн өсөн йәшәү хаҡы 6730 һум тәшкил итә.

Быйыл көҙҙә иң отошло шифаханалар ғәҙәти курорттарҙа түгел, ә үҙәк Рәсәйҙә һәм Волга буйында, Башҡортостанда һәм Ростов өлкәһендә урынлашҡан, тип билдәләй сервис эксперттары. Был төбәктәргә барып етеүе лә еңелерәк: самолетта осорға кәрәкмәй, поезда йәки машинала барырға мөмкин.

— Пенза өлкәһе — 3 900 һум (бер төнгә уртаса хаҡ), 7 көн (сәфәрҙең уртаса оҙайлығы),

— Иваново өлкәһе — 4 135 һум, 3 көн,

— Владимир өлкәһе — 4 400 һум, 3 көн,

— Тверь өлкәһе — 5 030 һум, 8 көн,

— Псков өлкәһе — 5 855 һум, 9 көн,

— Брянск өлкәһе — 6 мең һум, 8 көн,

— Тамбов өлкәһе — 6 610 һум, 6 көн,

— Башҡортостан Республикаһы — 6 730 һум, 4 көн,

— Ростов өлкәһе — 7 075 һум, 8 көн,

— Ульяновск өлкәһе — 7 110 һум, 6 көн.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-11/bashkiriya-na-8-meste-sredi-vygodnyh-napravleniy-ozdorovitelnogo-turizma-4383727

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас