Республика халҡының һорауҙарына белгестәр командаһы яуап бирә. Нарколог, психолог, психотерапевт, юрист, психолог, ғаилә медиаторы эшләй.
Ике көн көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем 8-800-347-5000 телефонына шылтыратып, бушлай аноним ярҙам алырға мөмкин.
«Дуҫтар, үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ, проблемағыҙ менән бүлешегеҙ. Бер тапҡыр шылтыратыу ҙа хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Бергәләп еңеп сығырбыҙ!» – тип яҙҙы Ленара Иванова.
2021 йылдан башлап республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы коллегалары менән берлектә алкоголь һәм наркотиктар ҡулланыуға бәйле ауырыуҙарҙы профилактикалау һәм дауалау, ғаилә конфликттарын иҫкәртеү һәм хәл итеү мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрә.