Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2025, 15:02

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -2° тиклем ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртте

Республикала көндәр ҡапыл һыуыта.

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың көньяҡ-көнсығышында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә, ә 10 сентябрҙә төндә республиканың көньяҡ-көнсығышында һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2° тиклем һалҡынайтыуы, ҡырау төшөүе фаразлана.

Иртәгә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7°, көндөҙ +13, +18°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-09/mchs-po-bashkirii-predupredilo-o-zamorozkah-do-2-4380630

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас