


Өфөлә Милли кейем көнөнә ҡарата мәктәпкәсә, белем биреү, мәҙәниәт, спорт учреждениеларында, шулай уҡ «Арт-Квадрат» үҙәгендә һәм Сергей Аксаков исемендәге баҡсала тематик саралар (күргәҙмәләр, милли кейемдәр күрһәтеү, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, викториналар) ойошторола, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.
Аксаков исемендәге баҡсала «Билбау» байрамында талантлы коллективтарҙың һәм мәҙәниәт учреждениелары артистарының оҫталығын баһаларға мөмкин. Сара I Өфө Аксаков фестивале сиктәрендә уҙғарыла. Был көндө фольклор коллективтары республика халыҡтарының традицион бейеүҙәрен һәм музыкаһын күрһәтә. Ойоштороусылар шулай уҡ үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға саҡыра. Һәр кем берҙәмлек һәм дуҫлыҡ символы булған ҙур билбау үреүгә үҙ өлөшөн индерергә мөмкин.
Социаль селтәрҙәрҙә «Ә миңә килешә!» тигән һанлы күргәҙмәгә старт бирелде. Бының өсөн #УфаКультура, #Деннацкостюмауфа, #МиллиКейем2025, #АМнеИдет хештегтары менән үҙеңдең йәки ғаиләңдең милли кейемдәге фотоһын һалырға кәрәк.
Ҡала китапханалары ла ситтә ҡалманы. Байрам саралары программаһы менән һылтанма буйынса үтеп танышырға мөмкин.
Башҡортостанда Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-09/v-ufe-otmetyat-den-natsionalnogo-kostyuma-4381062
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.