Дүшәмбе, 8 сентябрҙә, «Башинформ» илебеҙҙең МАХ мессенджерында рәсми каналын асты.
Башҡортостандың төп мәғлүмәт агентлығы республикала киң мәғлүмәт саралары араһында тәүгеләрҙән булып ошондай статус алды.
— «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы үҙенең стратегияһында һәр ваҡыт төп принципҡа таяна: беҙҙе уҡыусыларға уңайлы булһын өсөн иң яҡшы эшләнмәләрҙе һәм технологияларҙы тиҙ арала индерергә. Башҡортостанда һәр кем Рәсәйҙә рөхсәт ителгән һәр мессенджер аша үҙенә уңайлы булған ысул менән объектив, дөрөҫ мәғлүмәт алырға тейеш. Илебеҙең МАХ мессенджерында «Башинформ» каналын асыу — Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт киңлеген киңәйтеүҙең сираттағы этабы, — тип билдәләне агентлыҡтың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов. — Беҙ республикала халыҡҡа МАХ-ты төҙөүселәр тәҡдим иткән дәүләт хеҙмәттәре пакетын ғына түгел, Башҡортостан тормошо тураһында оператив мәғлүмәт алырға ла мөмкинлек биргән тәүге киң мәғлүмәт сараһы булдыҡ.
«Башинформ» яңылыҡтарын һылтанма буйынса үтеп уҡырға мөмкин.