Баймаҡ районынан Гүзәл һәм Әсҡәт Мәжитовтарҙы «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләйҙәр. Башҡортостан Башлығының 2025 йылдың 2 сентябрендәге тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Юғары наградаға улар балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙанышы, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы Башҡортостан президенты указы менән 2014 йылдың 21 ноябрендә булдырылды.