Дүшәмбе, 8 сентябрҙә, Башҡортостанда көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән секундына 17 метрға етеүе мөмкин. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы төндә +4, +9°, урыны менән +14°, көндөҙ +18, +23°. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.
Киләһе көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ һауа +13, +18° тиклем йылына. Ел талғын, урыны менән көсәйеүсән, тип хәбәр итте синоптиктар.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-08/v-bashkirii-sohranitsya-komfortnaya-pogoda-4377917