07:19 (UTC+5), 08 Сентября 2025

Радий Хәбиров «Торатау» геопаркының ЮНЕСКО-ға индерелеүе хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, эш процесы бик еңелдән булмаған, айырыуса халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡатмарлашҡан ваҡытта.

Фото: «Торатау» геопаркы
Азат Ғиззәтуллин

«Торатау» геопаркы лайыҡлы рәүештә ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индерелде, тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә был төбәктең тәбиғи объектын халыҡ-ара хоҡуҡи яҡлауҙың юғары статусы булыуын билдәләп үтте.

«Беҙ был эш менән бер нисә йыл шөғөлләндек. Яңыраҡ ҡына, йәй көнө, ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр ЮНЕСКО статусын алды. Был иһә халыҡ-ара хоҡуҡи яҡлауҙың юғары статусы. Халыҡ-ара хәл ҡатмарлы булһа ла, ғаризалар бирҙек. Беҙгә эксперттар килде, уларҙың бөтә талаптарын үтәнек. Элекке Советтар Союзы территорияһында ике геопарк бар. Беҙҙең «Янғантау» һәм тағы берәүһе Үзбәкстанда. Хәҙер өсөнсө геопарк барлыҡҡа килде. Был бик юғары халыҡ-ара хоҡуҡи статус, ЮНЕСКО статусы. «Торатау» геопаркының биләмәһе ҙур. Унда республиканың туризмды, рекреацион эшмәкәрлекте үҫтерергә мөмкин булған бер нисә районы урынлашҡан. Был ҙур ҡаҙаныш булып тора. Командабыҙҙы ҡотлайым. Мин бик шатмын», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-06/glava-bashkirii-rasskazal-o-vklyuchenii-geoparka-toratau-v-yunesko-4377184

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика