Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2025, 10:51

Баймаҡта «Башҡорт аты» фестиваленә 21 меңдән ашыу кеше килгән

«Башҡорт аты» фестивале Баймаҡ районының һәм тотош республиканың визит карточкаһы булып тора, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

«Башҡорт аты – республикабыҙҙың мөһим символдарының береһе, ә «Башҡорт аты» фестивале – Баймаҡ районының һәм төбәктең визит карточкаһы. Быйыл фестивалгә 12 төбәктән һәм 17 илдән ҡатнашыусылар килде, йәмғеһе 21 меңдән ашыу ҡунаҡ. Бик матур байрам булды», – тине Радий Хәбиров.

6 сентябрҙә Баймаҡ районында IV «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале үтте. Республикабыҙҙа башҡорт тоҡомло аттарға арналған ҙур фәнни һәм мәҙәни-спорт сараһы 2022 йылдан алып ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-07/v-bashkirii-festival-bashkort-aty-posetili-bolee-21-tysyachi-chelovek-4377408

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас