Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2025, 17:46

Башҡортостанда яңы мәктәптәр талап ителгән ҡалалар билдәле булды

Өфө һәм Өфө агломерацияһы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, шулай уҡ Иглин һәм Өфө райондары яңы мәктәптәр талап ителгән өҫтөнлөклө муниципалитеттар иҫәбенә инә. БСТ каналының «Честно говоря» тапшырыуында республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина ошо хаҡта һөйләне.

Уның мәғлүмәттәре буйынса, киләһе уҡыу йылына республикала 41 уҡыу йорто капиталь ремонтлана.

«Шуларҙың 36-һы – бер йыллыҡ цикллы мәктәп, улар 1 сентябргә үҙ ишектәрен аса, ҡалғандары ике йыл дауамында яңыртыла», —тине Антипина.

Тура эфир ҡунағы һүҙҙәренсә, төбәктә белем биреү объекттарының артыҡ тулы булыуы мәсьәләһе системалы рәүештә хәл ителә.

«Беҙ Рәсәйҙә яңы мәктәптәр төҙөү һәм булғандарын капиталь ремонтлау буйынса өс лидер араһында. Был төбәк һәм федераль аҡса, шулай уҡ муниципалитеттар иҫәбенә эшләнә», — тип билдәләне ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡаланың Кузнецов затонында мәктәп төҙөлөшөн 30 октябргә тамамлау планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-08/v-bashkirii-nazvali-goroda-gde-osobenno-nuzhny-novye-shkoly-4379248

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас