

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдиновты генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне. Награданы Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тапшырҙы.
«Генерал Шайморатов орденын алыуым менән бик ғорурланам. Был минең өсөн оло мәртәбә. Награда мине республикабыҙ өсөн тағы ла күберәк эштәр башҡарырға дәртләндерә, — тине Риф Сәхәбетдинов. — Тыуған яғыиа һәр ваҡыт ашҡынып ҡайтам. Хәҙер тағы ла күңеллерәк, сөнки Башҡортостанда үҙ йортом бар. Ҙур рәхмәт! Рәсәй һәм Башҡортостан мәнфәғәте өсөн бергәләп эшләүебеҙҙе дауам итербеҙ».
Риф Сәхәбетдинов Шишмә районында тыуып үҫкән, бар ғүмерен Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә арнаған. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербург Хәрби комиссариатының инспекторҙар төркөмө инспекторы булып эшләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.