Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2025, 12:01

Башҡортостандың Хәрби комиссариаты мутлашыу осраҡтары тураһында иҫкәртте

Мутлашыусылар хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре булып республика халҡына шылтырата һәм уларҙан конфеденциаль мәғлүмәттәр һорай.

Башҡортостан Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандың Хәрби комиссариаты республика халҡын мутлашыу осраҡтары тураһында иҫкәртте. Ведомство мәғлүмәте буйынса, кемдәрҙер граждандарға шылтыратып, үҙҙәрен хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Аферистар хәрбиҙәрҙең туғандарына дәүләт наградаларын тапшырыу һылтауы менән уларҙан конфиденциаль мәғлүмәтте, шул иҫәптән СМС менән килгән кодтарҙы белергә тырыша.

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да кодтар һәм башҡа шәхси мәғлүмәт һорамай. Дәүләт наградаларын тапшырыуға бәйле мәсьәләләр граждандарҙы хәрби комиссариатта ҡабул иткәндә йәки рәсми яҙма белдереү ҡағыҙы аша ғына хәл ителә, тип билдәләне Башҡортостандың хәрби комиссары урынбаҫары, полковник Ринат Латипов.

«Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариаты шундай ике мутлашыу осрағын теркәгән. Шуға бәйле республика халҡынан уяулыҡ күрһәтеүҙәрен һәм барлыҡ мәсьәләләр буйынса туранан-тура йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайым», — тип белдерҙе Ринат Латипов.

Әгәр шундай шылтыратыу булһа, мутлашыусыларға СМС менән килгән бер ниндәй кодтарҙы ла, шәхси мәғлүмәттәрҙе лә хәбәр итергә кәрәкмәй. Иң яҡшыһы – шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатыу.

Был хаҡта 102 йәки 112 телефоны буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ. Шулай уҡ (347) 272-69-75 телефоны буйынса Башҡортостандың Хәрби комиссариатына шылтыратырға кәрәк.

Уяу булығыҙ һәм үҙегеҙҙе алдарға ирек бирмәгеҙ, тип иҫкәртә хәрби комиссариат.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-04/voennyy-komissariat-bashkirii-predupredil-o-sluchayah-moshennichestva-4372924

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас