Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2025, 14:12

Башҡортостанда 2,5 миллионға яҡын кешегә гриптан прививка яһау планлаштырыла

Шул иҫәптән 667 мең балаға.

Республиканың Роспотребнадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, рәсми рәүештә прививка яһау кампанияһы башланды.

Медицина ойошмаларына грипҡа ҡаршы вакциналарҙың тәүге партиялары — «Совигрипп», «Флю-М», «Ультрикс Квадри» килтерелде, тип өҫтәнеләр ведомствола.

Табиптар әйтеүенсә, грипҡа ҡаршы вакцинация – был сирҙе иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле алымы, гриптың ауыр эҙемтәләренән һаҡлай, дауахананан тыш пневмония хәүефен кәметә һәм иммун системаһына һаҡлағыс антитәнсәләр эшкәртеп сығарырға ярҙам итә. Прививка яһатыу өсөн иң ҡулайлы ваҡыт – сентябрь-ноябрь айҙары.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда ҡыҙылсаға ҡаршы өҫтәмә вакцинация үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-04/v-bashkirii-planiruetsya-privit-ot-grippa-okolo-2-5-mln-chelovek-4373128

Читайте нас