Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.13
0
95.1
0
64.04
-0.36
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь , 10:32

Республикала айыуға һунар итеүгә 130 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән

Лоттар электрон йәрәбә ярҙамында бүленгән.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы архивы
Фото:Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы архивы

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәте буйынса, 2025 йылда ведомствоға бөтәһе 2,5 меңдән ашыу ғариза килгән. Республикала йәшәгән 130 кеше һунарсы билетын алған. Йәрәбә тартыу беренсе тапҡыр электрон форматта үткәрелгән.

Белгестәр әйтеүенсә, төбәктә һоро айыуҙарҙың популяцияһы арта. Урман хужаларының ялан-ҡырҙарҙа ла, ауылдар тирәһендә лә кешеләр менән осрашыуы йыш күҙәтелә.

Һунар тәбиғәттә балансты һаҡлауҙың бер ысулы булып һанала. Айыуҙарға һунар йыл һайын август айында башлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-03/v-bashkirii-vydano-130-razresheniy-na-ohotu-na-medvedya-4370987

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: