11:55 (UTC+5), 03 Сентября 2025

80 йыл элек Икенсе донъя һуғышы тамамланған

Был һуғышта 55 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән, шуларҙың 27 миллионы — ватандаштарыбыҙ. Ошо глобаль конфликтта һәләк булғандарҙың яртыһы тиерлек, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров.

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәре
Әлфиә Әһлиуллина

1945 йылдың авгусында СССР Маньчжурия операцияһы барышында Японияның Квантун армияһын тар-мар иткән. Совет халҡы Тыуған иле өсөн генә түгел, ә бөтә кешелек өсөн, нацизм идеологияһын тамырынан юҡ итеү өсөн көрәшкән.

«Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 80 йыллығы уңайынан президентыбыҙ Владимир Путиндың Ҡытайға рәсми сәфәре символик мәғәнәгә эйә, сөнки уны азат итеүҙә совет һалдаттары ла ҡатнашҡан. Беҙ элеккесә ныҡлы сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе һаҡлайбыҙ, ә КНДР-ҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре бөгөн Украинала неонацизмға ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерҙе, — тип билдәләне Андрей Назаров. — 1945 йылда алдынғы илдәр, «көрән чума»ны еңгән өсөн ниндәй юғары хаҡ түләргә тура килгәнен аңлап, СССР менән бер өҫтәл артына ултыра һәм ярты быуаттан ашыу донъяла тотороҡлолоҡто тәьмин иткән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр моделен төҙөй. Әммә уларҙың күбеһе ваҡыт үтеү менән үҙ тарихының фажиғәле биттәрен онотто, үҙ йоғонтоһо менән артыҡ файҙалана башланы. Бөгөн Рәсәй алдында һәр дәүләт ысын суверенитетҡа эйә булған күп полярлы донъяны тергеҙеү бурысы тора.

Беҙҙең быуындың бурысы — балаларға һәм ейәндәргә Икенсе донъя һуғышы ваҡиғалары, ысын геройҙар һәм ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы тураһында дөрөҫлөктө еткереү».

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-03/80-let-nazad-zakonchilas-vtoraya-mirovaya-voyna-4371700

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика