Донъя станциялар селтәре мәғлүмәттәре буйынса, Ерҙә рәсми рәүештә планета кимәлендәге магнит дауылдары башлана. Алдағы сәғәттәрҙә геомагнит индексы арта башлауы мөмкин, сөнки ҡайһы бер станцияларҙан G2-G3 кимәлендәге дауылдар тураһында мәғлүмәттәр килә.
Ҡояш астрономияһы лабораторияһы мәғлүмәтенә ярашлы, поляр балҡыштарҙың төп зонаһы Скандинавия илдәрендә һәм Канадала формалаша. Шулай уҡ Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында күҙәтергә мөмкин.