12:24 (UTC+5), 02 Сентября 2025

Башҡортостанда йәшәүселәр «ҡанлы» Айҙы күрергә мөмкин

7 сентябрҙән 8-енә ҡарай төндә Башҡортостан халҡы һирәк осраған астрономик күренеште — быйыл икенсе һәм һуңғы тулыһынса ай тотолоуын күҙәтә ала.

Фото: Өфө ҡала планетарийы
Инсаф Хужабиргәнов

Ай тотолоу 7 сентябрҙә Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы 26 минутта башлана, 8 сентябрҙә төнгө 1 тула 4  минутта тамамлана. «Про космос» сайты мәғлүмәттәре буйынса, сентябрҙәге ай тотолоу – 2025 йылда икенсеһе. Уны Ер халҡының дүрттән өс өлөшө — 6,2 миллиард самаһы кеше күҙәтә ала.

Был күренештең үҙенсәлеге – перигейға яҡын тороуы. Ай тотолғандан һуң бер нисә көн үткәс Ай Ерҙән минималь алыҫлыҡта була, шуға күрә ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ һәм сағыуыраҡ булып күренә, ҡыҙғылт төҫкә инә.

Киләһе «Ҡанлы Айҙы» 2026 йылдың мартына тиклем көтөргә тура килә: ул саҡта ай тотолоуҙы Европала, Азияла, Австралияла һәм ике Америкала йәшәүселәр күҙәтергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-02/zhiteli-bashkirii-smogut-uvidet-krovavuyu-lunu-4370267

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика