

Фильм республиканың төрлө райондарында, шул иҫәптән Баймаҡта төшөрөлгән, сөнки бында йылҡысылыҡ традицияларын һаҡлауға етди иғтибар бүленә. Беренсе планда – Башҡортостан тәбиғәтенең гүзәллеге, башҡорт аты һәм туған тел.
Фильмға уның геройҙары – тамашасыларҙы төбәктең йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырған кешеләр айырым үҙенсәлек өҫтәй. Улар араһында «Ирәндек» этнотурынан Айһылыу Фәйзуллина ла бар. Ул ҡымыҙ бешеү серҙәре менән уртаҡлашһа, Рәсих Йортбәков — ат спорты, шул иҫәптән джигитовка менән шөғөлләнгән малайҙар, Алмаз Шөғөров үҙенең ҡаҙаныштары һәм ат спортын үҫтереүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне.
Картинаны төшөрөүҙә шулай уҡ йылҡы үрсетеүселәр, ғалимдар, ҡымыҙ бешеүселәр, ат көтөүселәр, һөнәрселәр, күндән әйбер эшләү оҫталары, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр, ат спорты вәкилдәре ҡатнашты.
Документаль фильм тамашасыларҙы үҙенсәлекле башҡорт аты менән таныштырыуҙан тыш, профилле уҡыу йорттары студенттары, йәш белгестәр, йылҡысылыҡ һәм башҡорт халҡының традициялары менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн дидактик материалға әүерелергә тейеш.
Фестиваль ҡунаҡтары фильмдың тәүге кадрҙарын ҡарай һәм уның авторҙарының уй-ниәте менән яҡынданыраҡ таныша аласаҡ.
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылған. Ул Башҡортостандың йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ башҡорт атының брендын федераль кимәлдә танытыуға йүнәлтелгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.