Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.03
-0.24
90.98
-0.32
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2025, 09:01

Башҡортостанда +28° тиклем йылыта

Бөгөн, 2 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +22, +27°, төньяҡ-көнсығышта +16°.

Шаршамбы, 3 сентябрҙә, ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән көслө ямғыр көтөлә, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ, ҡайһы бер райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡтан, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +23, +28°, төньяҡ-көнсығышта +18° тиклем.

Кесаҙна, 4 сентябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +19, +24°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-02/v-bashkirii-prognoziruyut-poteplenie-do-28-4369539

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас