Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.43
+0.09
94.38
+0.34
68.42
+0.31
18+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь , 11:26

Республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларына беренсе курсҡа 477 студент алынған

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Башҡортостандың һигеҙ урта махсус мәҙәниәт һәм сәнғәт уҡыу йортона 477 беренсе курс студенты ҡабул ителгән. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең телеграм-каналында яҙҙы. Ижади урта махсус уҡыу йорттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Сибай, Учалы ҡалаларында эшләй.

«1 сентябрь — һәр беребеҙ өсөн үҙенсәлекле көн. Ул белем донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәттең сираттағы этабының башы булып тора, тип билдәләне министр. Яңы уҡыу йылы — яңы саҡырыуҙар һәм мөмкинлектәр, һайлаған һөнәрҙең серҙәренә төшөнөү юлының башы. Уҡыған йылдарҙа тупланған белем —  республикабыҙҙың һәм тотош илдең киләсәге нигеҙе ул».

Әминә Шафиҡова уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығы һөҙөмтәһендә йыл һайын уҡыусылар һәм студенттар абруйлы конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, тип билдәләне Әминә Шафиҡова.

«Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыуы менән ихлас ҡотлайым! Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, яңынан-яңы үрҙәр теләйем!» — тигән теләктәрен еткерҙе министр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың үҙенең уҡытыусыһы Наилә Хәмиҙуллинаны юбилейы менән ҡотлап, уға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-01/v-uchrezhdeniya-kultury-i-iskusstva-bashkirii-postupili-477-pervokursnikov-4368360

 

 

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: