06:03 (UTC+5), 01 Сентября 2025

Башҡортостанда хәмер һатыу тыйылды

Был супермаркеттар, шарап-араҡы бүлектәре һәм ҙур булмаған магазиндарға ҡағыла.

Фото: Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы
Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөн, 1 сентябрҙә, Башҡортостанда ваҡлап һатыу магазиндарында алкоголь һатылмай. Тыйыу Белем көнө менән бәйле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Һуңғы ҡыңғырау, һабантуй, Йәштәр көнөндә лә иҫерткес эсемлектәр һатылмай. Бынан тыш, яңы йыл каникулдарында хәмер һатыу кәмей.

Сикләү дөйөм туҡланыу предприятиеларында алкоголь продукцияһын һатыуға ҡағылмай. Ҡағиҙәне боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифа биләгән кешеләргә — 20-40 мең һум, юридик ойошмаларға 100-300 мең һум тәшкил итә, өҫтәүенә продукция тартып алына.  

Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда 500 меңдән ашыу уҡыусы парта артына ултыра.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-01/v-bashkirii-zapretili-prodazhu-alkogolya-4368025

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика