Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.43
+0.09
94.38
+0.34
68.42
+0.31
18+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь , 14:42

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы
Фото:Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы

Сикләү 2025 йылдың 4 сентябрендә төнгө сәғәт 1-ҙән таңғы 5-кә тиклем ғәмәлдә була.

М-5 «Урал» федераль трассаһы йүнәлешендә хәрәкәт ябыла. Салауат Юлаев проспекты яғынан инеп булмай, тип хәбәр итә Башҡортостан Транспорт министрлығының телеграм-каналы.

Ведомствола белдереүҙәренсә, был автоматлаштырылған юл хәрәкәте менән идара итеү системалары элементтары конструкцияларын монтажлау менән бәйле. Транспорт министрлығында маршруттарҙы билдәләгәндә сикләүҙе иҫәпкә алырға кәңәш бирҙеләр.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөнөң бер нисә урамында автотранспорт хәрәкәтен сикләүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-01/v-ufe-vremenno-ogranichat-dvizhenie-po-vostochnomu-vyezdu-4368664

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: