

Ҡарайған ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов хәбәр итте. «Яңы бинала бөтә шарттар булдырылған. Бында тәжрибәле фельдшер Флүзә Сөнәғәтулла ҡыҙы Хәкимова эшләй», — тип билдәләне етәксе.
Уның һүҙҙәренсә, 2024 йылда ғына Ишембай районының Үрге Этҡол, Маҡар һәм Ҡолғона ауылдарында – яңы табип амбулаториялары, Сәлихтә ФАП асылды. Көҙгә Яңы Әптектә тағы ла бер амбулатория асыу планлаштырыла. Киләһе йылда райондың биш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ ишектәрен асырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала 134 модулле ФАП һәм амбулатория ҡуйыла, алты поликлиника төҙөлә, туғыҙ дауахана ремонтлана, 4,5 меңдән ашыу медицина аппараты һәм 99 автомобиль һатып алына.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.