04:04 (UTC+5), 25 Август 2025

Башҡортостанда Алхатовтарҙың ишле ғаиләһендә 13-сө бала тыуған

Сабый – ғаиләлә етенсе ҡыҙ, тип хәбәр итте Башҡортостандың юстиция комитеты рәйесе Владимир Спеле.

Фото: Владимир Спеле, социаль селтәрҙәр
Альмира Давлетбаева

Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Байғоныс һәм Ғәйрифә Алхатовтар йәнә ата-әсә булды. Ишле ғаиләгә ҡыуаныс өҫтәп ҡыҙҙары Сауле донъяға килде.

Әле ошо татыу ғаиләлә Балжан, Руслан, Рөстәм, Мөхәммәт, Ерлан, Мәрйәм, Нурия, Сабия, Фатима, Сафия, Ибраһим, Имран исемле балалар тәрбиәләнә. 

Алхатовтар бала тыуыу тураһында таныҡлыҡты «Бала тыуыу» суперсервисы ярҙамында алған.

Йылайыр районының ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡашҡарова бәхетле ата-әсәгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләп, яңы тыуған сабыйҙың тыуыу тураһында таныҡлығын һәм бүләген тапшырған.

«Һәр беребеҙ өсөн иң ҡәҙерлеһе – ғаилә. Унда һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм мөхәббәт булһын», – тигән изге теләктәрен еткерҙе ишле ғаиләгә Владимир Спеле.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-25/v-bashkirii-v-mnogodetnoy-semie-alhatovyh-rodilsya-13-y-rebenok-4359691

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика