13:17 (UTC+5), 23 Августа 2025

Әбйәлил районында «Ирәндек» лагерында заманса спорт комплексы асылды

Комплексты райондағы баҡыр ятҡылыҡтарына геологоразведка алып барған «Салауат» предприятиеһы төҙөгән.

Фото: Әбйәлил районы хакимиәте
Инсаф Хужабирганов

Әбйәлил районында баҡыр ятҡылыҡтарында геологоразведка эше алып барған «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республикала социаль әһәмиәтле эш алып бара. Әбйәлилдәге социаль объекттарҙы үҫтереү һәм тергеҙеү буйынса әүҙем эшләй.

Инвестор «Ирәндек» лагерында төҙөгән асыҡ һаулағы спорт комплекс заманса һәм уңайлы. Майҙансыҡ 5 зонаға бүленгән. Бында футбол, баскетбол, волейбол, теннис уйнарға мөмкин. Ә күнекмәләр майҙанында гер спорты менән шөғөлләнергә мөмкин.

Муниципалитет башлығы Айрат Әминев билдәләүенсә, был районда физик культураны һәм спортты үҫтереүгә мөһим аҙым.

«Беҙҙең бағыусылар, «Салаватское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, бөгөн вәғәҙә ителгән тәүге объектты тапшырҙы. Спорт майҙансығы балаларыбыҙға һәм йәштәребеҙгә спорт менән шөғөлләнергә, һаулыҡтарын нығытырға, асыҡ һауала файҙалы ваҡыт үткәрергә мөмкинлек бирер, тип уйлайым», - тине район башлығы.

Ойошма директоры Таһир Бәхтигәрәев инвесторҙың әлегә геологик эҙләнеүҙәрҙе тамамлап өлгөрмәҫ элек район инфраструктураһы үҫешенә ҙур өлөш индереүе хаҡында белдерҙе.

«Беҙ һәр ваҡыт беҙ әйткәнде үтәйбеҙ. Бөгөнгө көн асыҡ миҫал. Беҙ балалар лагерында иҫ киткес уйын майҙансығы төҙөнөк. Беҙҙең компания һәр ваҡыт үҙ сараларына ҡарата яуаплы булды. Балалар һаулығына һәм киләсәгенә иғтибар биреү - илдең киләсәгенә инвестиция», — тине Тагир Бәхтигәрәев.

 «Ирәндек» лагеры – республикала балалар ял итеү өсөн төп урындарҙың береһе. Бында бер сменала өс йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ял итә. Лагерь етәкселеге, бында буласаҡ чемпиондарҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған, тип иҫәпләй.

«Бында йәй көндәрендә башлыса лагерға йыйылған балалар шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, лагерҙы әҙерләнгәндә, май-сентябрь айҙарында, беҙ бында ярыштар үткәрәсәкбеҙ. Бәлки, хатта республика кимәлендәге саралар үтер», - ти «Ирәндыҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры директоры Ирек Хәсәнов.

Яңы спорт комплексы лагерҙа ял итеүсе балалар күңеленә хуш килгән. Унда спорт саралары, ярыштар башланып та өлгөргән.

«Лагерҙа икенсе тапҡыр ял итәм. Элек асфальтта туп тибә торғайныҡ, футбол ҡапҡаһы ла иҫке ине. Хәҙер бында резина япма бар, барыһы ла яңы. Миңә был майҙансыҡ оҡшай», - ти Динияр Әхмәтйәнов.

Әйткәндәй, Әбйәлил районының Буранғол ауылында бер юлы мәктәп-интернатты төҙөкләндереү тамамланырға тора. Компания капиталь ремонтты финанслауға тағы ла 33 миллион һум аҡса өҫтәгән. Шулай итеп, был проекттарға һалынған дөйөм инвестиция күләме 100 миллион һумдан ашып киткән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-18/v-bashkirii-nedropolzovatel-veduschiy-razvedku-medi-postroil-sportkompleks-4352566

1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика