

Бөгөн матбуғат конференцияһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ошо турала белдерҙе. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бында шәфҡәт туташы эше белгестәрен әҙерләйҙәр. Беренсе курсҡа 25 студент ҡабул ителгән. Филиал Аҡъяр тау колледжында асыла, ә студенттар Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында практика үтә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегендә һигеҙ медицина колледжы селтәре һәм БДМУ ҡарамағындағы тағы бер колледж эшләй. Төп колледждарҙан тыш, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Учалыла һәм Мәсәғүт ауылында дүрт яңы филиал асылған, шулай уҡ Күмертауҙа Стәрлетамаҡ медицина колледжының филиалы бар.
«Башҡортостан Башлығы ҡуйған йөкләмәгә ярашлы, медицина кадрҙары ситкә китмәһен, үҙебеҙҙең республикала ҡалһын өсөн медицина колледждары филиалдары селтәрен киңәйттек, бөгөн тотош республикала тиерлек медицина колледждары эшләй», — тине Айрат Рәхмәтуллин.
Хәҙер республиканың медицина колледждарында 8,5 меңдән ашыу студент уҡый, йыл һайын 2 меңгә яҡын кеше тамамлай, уларҙың 85% дәүләт учреждениеларына эшкә урынлаша.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, республикала урта медицина хеҙмәткәрҙәре дефициты 1795 кеше тәшкил итә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.