05:37 (UTC+5), 20 Август 2025

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале үткәрелә.

Фото: Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева

Халыҡ-ара фестивалдә Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Азербайжандан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.

«Байрамдың популярлығы йылдан-йыл арта бара, быйыл фестиваль 15 меңдән ашыу кешене ҡабул итергә йыйына, былтыр иһә 11 мең ҡунаҡ килгәйне, — тип һөйләй ойоштороусылар. — «Башҡорт аты» фестивален йыл һайын уҙғарыу ат туризмын үҫтереү, урындағы етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү һәм милли традицияларҙы популярлаштырыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса».

Фестивалдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сараның программаһы дүрт блоктан тора.

Беренсе блок – йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе. Йәрминкәлә «Хәләл» стандарты буйынса сертификатҡа эйә республика етештереүселәре ҡатнаша, был продукцияның юғары сифатлы булыуын һәм уның мосолман традицияларына тап килеүен гарантиялай.

Фестивалдә «Оҫталар ҡалаһы» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе ойошторола, унда Башҡортостан һәм күрше төбәктәр оҫталары үҙенсәлекле ҡул эштәре менән таныштыра.

Икенсе блок — эшлекле программа. «Башҡорт аты» фестивале барышында республикала ат спортын, туризмды һәм йылҡысылыҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләренә арналған семинарҙар, пленар ултырыштар була:

  • Ат спорты һәм туризм: Башҡортостандың ҡеүәтен асабыҙ.
  • Ат спорты төрҙәре – традицияларҙан хәҙерге заманға тиклем.
  • Продуктив йылҡысылыҡ үҫешенең хәҙерге тенденциялары.
  • Башҡортостандың ат индустрияһын үҫтереү: төбәккә инвестициялар, традициялар һәм яңы мөмкинлектәр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы «Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү: төбәккә инвестициялар, традициялар һәм яңы мөмкинлектәр» пленар ултырышында республикала йылҡысылыҡ тармағы үҫешенең төп факторҙары ҡарала. Ултырышта алдынғы йылҡысылыҡ продукцияһын етештереүселәр ҡатнаша.

Өсөнсө ижади блокта «Башҡорт аты» фестивале ҡунаҡтарын театрлаштырылған сағыу тамаша һәм концерт программаһы көтә.

Дүртенсеһе иһә спорт блогы:

  • Милли көрәш, мас-рестлинг һәм самбо буйынса республика турнирҙары.
  • Арҡан тартышыу буйынса төбәк-ара турнир.
  • «Бәйге» халыҡ-ара фестивале.
  • «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика турниры.
  • Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ойошторған «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры.
  • ГТО нормаларын тапшырыу майҙансығы.
  • «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ» ярыштары.
  • Алты төр ат сабышы. Төп бүләк – автомобиль.

Фестивалдең иң мауыҡтырғыс өлөшө – аттар парады.

«Башҡорт аты» фестивале — башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу, йылҡысылыҡтың үҙенсәлекле традицияларын һаҡлау һәм Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын күрһәтеү өсөн ойошторолған байрам.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-19/chto-interesnogo-ozhidaetsya-na-prazdnike-bash-ort-aty-4354609

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика