Рәсәйҙә Еңеү Байрағын 9 майҙан тыш башҡа иҫтәлекле һәм әһәмиәтле тарихи көндәрҙә лә элеү планлаштырыла. Башҡортостан парламенты федераль кимәлдә ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.
Әгәр Дәүләт Думаһы закон проектын хуплаһа, хәрби дан көндәре һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары уңайынан бөтә тантаналы саралар ваҡытында байраҡтың күсермәләре эленергә тейеш.
«Әлеге ваҡытта Еңеү көнөндә дәүләт учреждениелары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтары янына байраҡ күсермәләрен элергә бурыслы. Хәҙерге шарттарҙа, тарихты яңынан яҙырға, совет халҡының нацизмды тар-мар итеүҙәге мөһим ролен кәмһетеп күрһәтергә тырышҡанда, беҙҙең гражданлыҡ һәм әхлаҡи бурысыбыҙ – был фальсификацияларға ҡәтғи яуап ҡайтарыу. Еңеүҙең төп символын ҡулланыуҙы киңәйтеү – патриотик тәрбиә биреү ҡоралы, йәштәр өсөн тарихи хәҡиҡәт дәресе һәм дәүләт кимәлендә нацизмды реабилитациялауға ҡаршы тороу ысулы», — тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре флагтар парады менән асыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.