Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.35
-0.08
93.56
-0.53
66.49
+0.7
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август , 13:38

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған.

Ағиҙел ҡалаһының суд приставтары бәлиғ булмаған балаһын ҡарау өсөн аҡса түләмәгән Азамат А.-ны эҙләй.

Нефтекамала тыуып үҫкән 1982 йылғы ирҙең алимент буйынса 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Азамат Өфө тирәһендә ҡасып йөрөй, бер ҡайҙа ла эшләмәй.  

Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8 (34731) 2-83-99, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-20/zhitelya-bashkirii-ob-yavili-v-rozysk-za-neuplatu-alimentov-4355290

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: