Стәрлебаш районының «Патриот» лагерында балаларҙың күпләп ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙенең телеграм-каналында.
«Урында мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре эшләй. Балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янамай. Хәл контролдә тотола», – тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә 25 кешене ашығыс рәүештә Стәрлетамаҡтың инфекция үҙәгенә килтергәндәр. Улар араһында 22 бала һәм өс вожатый бар. Табиптар 16 кешене дауаханаға һалған. Уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Әле лагерҙа күҙәтеү ведомстволары эшләй, ағыуланыу сәбәптәрен асыҡлай.