Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе фаразлана.
Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында көслө. Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +18,+23°.
Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.