07:26 (UTC+5), 14 Августа 2025

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла. Байрамдың төп геройы — милли ризығыбыҙ ҡорот.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте
Ләйлә Аралбаева

Хәйбулла районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, байрам ҡунаҡтарын бай программа көтә. Мәҫәлән, ҡорот эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр. Этно-фестивалдә фольклор йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә күрергә мөмкин.

Быйыл Учалы, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан, Ырымбур өлкәһенән һәм Ҡаҙағстандан ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә. Этно-фестиваль-конкурс аралашыу, тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлашыу, тармаҡтың көнүҙәк проблемаларын тикшереү һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу урыны булып тора. Ҡулланыусылар өсөн иһә заманса етештереү технологиялары менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, шулай уҡ фестивалдең иң тәмле ризығын һайлау мөмкинлеге лә.

Сара Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгән һәм милли аш-һыуҙы, традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, һөнәрҙәрҙе тергеҙеүгә, Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә гастрономия туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда уҙған фестивалдә иң ҙур ҡорот әҙерләү буйынса ил рекорды ҡуйылған. 442,6 кг ауырлыҡтағы ҡоротто Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперттары теркәгән.

Фестивалде Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте ойоштора.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-14/v-bashkirii-proydet-prazdnik-korota-4348304

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика