12:43 (UTC+5), 14 Августа 2025

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо.

Фото: Радий Хәбиров, телеграм-канал
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, «Берҙәмлек көсө» профилле сменаһы — ошо йүнәлештәге тәүге ҡарлуғастарҙың береһе.

«Был көндәрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында ата-әсәләре Минск автомобиль заводында эшләгән 20 уҡыусы ял итә. Тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, аш-һыуыбыҙ менән таныша, иҫтәлекле урындарға бара, илһөйәрлек сараларында ҡатнаша. Улар беҙҙең ҡунаҡсыл республикабыҙ тураһында яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтыр тип ышанам.

Ә кисә Башҡортостандан 20 уҡыусы Белоруссияға килде. Улар араһында – олимпиада, конкурс, конференция призерҙары һәм еңеүселәре, йәштәр хәрәкәттәре активистары. Улар МАЗ ҡарамағындағы балалар лагерында ял итә. Бай программа әҙерләнгән, шул иҫәптән автозаводҡа, «Хатынь», «Дан ҡурғаны», «Сталин линияһы» мемориаль комплекстарына, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейына һәм башҡа бик күп объекттарға барыу ҡаралған», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Белоруссияла тарихҡа ихтирам менән ҡарайҙар, һуғыш осоро ваҡиғалары һәм геройҙары тураһында хәтерҙе һаҡлайҙар.

«Ошо илгә барып ҡайтыуҙы мин патриотик тәрбиә биреүҙең мөһим өлөшө тип иҫәпләйем. Әлеге башланғыс өсөн Рәсәйҙең Белоруссиялағы сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Константин Климинға, Минск автомобиль заводының генераль директоры Валерий Иванковичҡа һәм үҙебеҙҙең Мәғариф министрлығына рәхмәт белдерәм», — тип йомғаҡ яһаны Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-14/glava-bashkirii-rasskazal-o-sozdanii-programmy-shkolnogo-turizma-s-belarusyu-4349415

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика