11:07 (UTC+5), 13 Август 2025

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға ла баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособие түләй.

Гөлфиә Акулова

Фондтан хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда республикала 31 меңдән ашыу кеше «декрет» пособиеһын ала. Әсәйҙәр генә түгел, ә рәсми эше булған башҡа туғандары ла (атай, олатай-өләсәй йәки опекундар) аҡсалата түләүгә хоҡуҡлы.

Был пособие ата-әсәнең һуңғы ике йылдағы уртаса эш хаҡының 40% тип иҫәпләнә. Пособие күләме айына 69 мең һумға етеүе ихтимал. Декрет ялынан иртәрәк сыҡҡан осраҡта ла пособиеға хоҡуҡ һаҡлана.

Быйыл баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса түләүҙәргә йәмғеһе 2,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Хәбәр иткәнебеҙсә, йыл башынан Башҡортостандан 4,3 мең ауырлы ҡатын-ҡыҙға берҙәм пособие тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-13/svyshe-31-tysyachi-zhiteley-bashkirii-poluchayut-dekretnoe-posobie-4347938

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика