Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.67
-0.11
92.95
+0.07
66.64
+0.01
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август , 09:17

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.

Шаршамбы, 13 августа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус.

Кесаҙна, 14 августа, һауа торошо үҙгәрмәй. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-12/v-bashkirii-sohranitsya-dozhdlivaya-pogoda-4346141

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: